

Был конкурста балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларға ике номинацияла сығыш яһарға мөмкин: халыҡ ижадынан алынған бишек йыры һәм ғаиләнең бишек йыры. Бишек йыры йырлана йә ул йыр буйынса ҡыҫҡа ғына инсценировка әҙерләнә. Әҙерләнгән номер видеоға төшөрөлә һәм ойоштороу комитетына ебәрелә. Видоеның оҙонлоғо – 3 минут.
Был конкурста 18 йәштән бөтә өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Ойоштороу комитеты тәҡдим иткән әҫәр башҡорт теленә тәржемә ителә. Тәржемә әҫәрҙең художество үҙенсәлектәрен һаҡларға тейеш.
Был конкурста мәктәп уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар тарафынан бер башҡорт йыры һайлап алына, уның буйынса сценарий төҙөлә, инсценировка эшләнә. Һуңынан уҡыусылар уйнаған был инсценировка видеоға яҙҙырыла һәм ойоштороу комитетына ебәрелә. Видеоның оҙонлоғо 10 минуттан артмаһын.
Был конкурста башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡорт балалары тәрбиәселәре ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар түбәндә тәҡдим ителгән номинацияларҙың береһе буйынса сығыш әҙерләй:
– вокал (яңғыҙ йырлау). Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларға өҫтөнлөк бирелә.
– театр-миниатюра (бер актер театры)
– милли бейеү
– шиғриәт
Ҡатнашыусы үҙе ижад иткән шиғыр менән дә, башҡа шағирҙарҙың ижадынан алынған әҫәр менән дә сығыш яһай ала.
Сығыштарҙың темаһы ирекле. Ҡатнашыусы сығышы әҙер булғас, видеосюжет эшләй һәм ойоштороу комитетына ебәрә. Видеоның оҙонлоғо – 5 – 7 минут.
Ебәреләсәк эштәргә талаптар:
Видеоматериалға титул бите эшләнә, унда ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, эшләгән (уҡыған урыны), район (ҡала), мәктәп, балалар баҡсаһы атамалары уставҡа ярашлы тулыһынса күрһәтелә.
Видеоматериалдың сифатлы булыуы мотлаҡ, насар ишетелгән, ҡатнашыусының йөҙө асыҡ күренмәгән һәм башҡа етешһеҙлектәре булған видеолар ҡаралмаясаҡ.
Конкурстар 5 ноябрҙән 1 декабргә тиклем үткәрелә. Ойоштороу комитетына эштәр 25 ноябрҙән ҡабул ителә башлай һәм 5 декабргә тиклем дауам итә. Бөтә материалдар akmulla1957@mail.ru электрон почтаһына ебәрелә. Белешмә өсөн телефондар: 8 927 33 40 054.
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар 14 декабрҙә Өфө ҡалаһында үтә. Сараға Башҡорт теле көнөнә арналған конкурстарҙың еңеүселәре һәм призерҙары саҡырыла.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/wall-200565244_1473 алырға мөмкин.