Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноября 2023, 04:20

«Йәшлек» минән бер ҡайҙа ла китмәгән икән: күңелемдең түрендә ныҡлы урын алған»

Сәлмән Ярмуллин, «Аманат» журналының баш мөхәррире: – Аллаға шөкөр, ғүмер йәшлегенән тыш, минең тормошомда "Йәшлек" гәзите лә булды. Типһәм - тимер өҙөрҙәй, баҫһам - баҡыр иҙерҙәй, аяғым ергә теймәй, атлап түгел, йүгереп йөрөгән сағымда, 30 йәшемдән 36 йәшемә хәтлем данлы йәштәр гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән йылдарым - ғүмеремдең шулай уҡ сағыу мәлдәре менән иҫемдә уйылып ҡалды, әл-Хәмдүлилләһи Раббил Ғәләмин! "Йәшлек"тән киткәнемә инде 15 йыл үтһә лә "Йәшлек" минән бер ҡайҙа ла китмәгән икән: күңелемдең түрендә ныҡлы урын алған. "Йәшлек" осоро архивын ҡарап ултырғанда ошо фотоға юлығыуым йәшлек хәтирәләремде тағы ла яңыртып ебәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Йәшлек» минән бер ҡайҙа ла китмәгән икән: күңелемдең түрендә ныҡлы урын алған»«Йәшлек» минән бер ҡайҙа ла китмәгән икән: күңелемдең түрендә ныҡлы урын алған»
«Йәшлек» минән бер ҡайҙа ла китмәгән икән: күңелемдең түрендә ныҡлы урын алған»

2004 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең классигы Мостафа Сафа улын мөхәрририәткә саҡырып, бөтөн "йәшлек"тәр менән осрашыу ойошторғайным. Ауырынҡырап торһа ла бик ҙур теләк менән килде беҙгә Мостафа олатай. Хәле лә самалы ине, машинанан төшкәс тә үк мине ҡултыҡлап, миңә таянып тигәндәй, редакцияға күтәрелде. Күмәкләп, бик оҙаҡ һәм ихлас итеп һөйләшеп ултырҙыҡ әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы менән.

Фәһемле осрашыу булғайны. Һуңғыһы булған икән. Икенсе йылына көҙгө сыуаҡ көндә баҡыйлыҡҡа күсте ҡарт һалдат, халҡыбыҙҙың рухи көмбәҙенең бер терәүе ауҙы. Уны һуңғы юлға оҙатырға килгән халыҡтың күплегенә хайран ҡалғайным: хушлашыу үткән хәҙерге "Башҡортостан" концерт залының адындағы майҙансыҡ һәм Ленин урамы төрлө милләт кешеләре менән туп-тулы ине, ә Өфөнөң мосолман зыяратында иһә бөтөнләй һыйыш булманы. Шулдыр инде халыҡ һөйөүе, тигән фекергә килдем. Йәне Йәннәттә булһын, иншә Аллаһ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова