Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2023, 16:00

***

Бына тағы нәҫел ағасынан Берәм-берәм япраҡ ҡойола. Көҙҙөң ғәйебе юҡ, тормош шулай Юғалтыуҙан йөрәк уйыла. Илап тыуа әҙәм был донъяға, Бик күптәрҙе китә илатып. Илап ҡалған кеше артабан да Йәшәй бер-береһен йыуатып. Сат йәбешеп торам ағасымда, Өҙөлөр ваҡытым әле етмәгән. Эшләнәһе эштәрем бихисап, Ейер ризыҡтарым бөтмәгән. Эй, Хоҙайым, ишет үтенесем! Осар ҡанатымды талдырма! Балаларым минән ҡалһа ҡалһын, Балаларһыҙ мине ҡалдырма! Теүәл аҡылымдан яҙҙырма! Сажидә Хәйбуллина

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас