

Шуҡлыҡтарҙан тыуған яңылышлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан кескәйҙәр ҡылығы тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Гөлнур Мәрхәметдин ҡыҙы Шәрипова (Семенова) яҙмышын балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Мәғариф өлкәһендә 30 йылдан артыҡ эшләгән. Әҙәбиәт һөйөү апайҙың мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы хикәйәләре «Йәшлек» республика, «Көнгәк» район гәзиттәрендә, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарында донъя күрә.
Ул – өс бала әсәһе, дүрт ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй.
Автор фотоһы.