

- Футурика йәштәр инновацион ижады үҙәге республикала «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырылды. Футуриканың заманса техник йыһазландырылыуы бер майҙансыҡта ижад һәм программалауҙы берләштереп, юғары ҡатмарлылыҡтағы проекттар булдырырға мөмкинлек бирә. Таланттарҙы үҫтереү өсөн уңайлы мөхит уҡыусыларға һәм студенттарға үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итә, – тип аңлатма бирҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Уҡыу программаһы 14 йәштән өлкән уҡыусылар өсөн иҫәпләнгән. Уҡыусыларға 3D-графика индустрияһында күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған уҡытыусылар белем бирәсәк. Бөтә ҡатнашыусыларға уҡытыусы менән чатҡа инеү мөмкинлеге бирелә, унда улар дәрестәр буйынса һорауҙар бирә һәм өҫтәмә материалдар ҡарай ала.
Курсҡа 8-917-466-94-03 телефоны йәки futurika14@yandex.ru электрон почтаһы буйынса яҙылырға була. Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт, 1-се ҡат.
Фото: Т. АМАНОВ.