Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноября 2023, 07:59

КВН-ға килегеҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ!

2 ноябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында  башҡорт асыҡ КВН лигаһының  ярымфиналы уҙа.

КВН-ға килегеҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ!КВН-ға килегеҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ!
КВН-ға килегеҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ!

Етенсе миҙгелдә Өфө, Сибай һәм Стәрлетамаҡтан 7 команда көсөн һынаясаҡ: «Әфлисун»  (Өфө), «Быйма»  (Стерлитамак, ӨФТУ), Йыуаса (Сибай сәнғәт колледжы), «Теге өсәү» (Өфө), «Барыбер» (Өфө), «Уфтанма» (Сибай, ӨФТУ), «Ҡараҡ» (Өфө, ӨФТУ). Уйын киске сәғәт 7-лә башлана.

Башҡорт асыҡ  КВН лигаһы уйындары БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булышлығында үтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас