

- Ҡаҙағстанда эш сәфәре менән булғанда сувенирҙар эҙләп бер ҡыҙыҡлы магнитҡа юлыҡтыҡ. Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән һәм ғорур итеп "Ҡазағстан,Астана" тип яҙып ҡуйылған. Бөйөк скульптор Сосланбек Тавасиев башҡорт халҡына бүләк иткән образ шул тиклем көслө һәм мәңгелек, хатта уны ҡаҙаҡ туғандарыбыҙ ҙа үҙенеке итеп ҡабул итә, - тип хәбәр итә Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?