Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2023, 09:00

Бөрйәндә айыҡ водителдәр парады үткән

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Байназар ауылында автоһәүәҫкәрҙәр флешмоб ойошторған. 

Бөрйәндә айыҡ водителдәр парады үткәнБөрйәндә айыҡ водителдәр парады үткән
Бөрйәндә айыҡ водителдәр парады үткән

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Байназар ауылында водителдәр флешмоб ойошторған. Машиналар һәм кешеләр «Байназар айыҡ ауыл» яҙыуы формаһында теҙелеп ултырған.

«Ауыл халҡының ҡыҙыҡһыныуы ҙур булды: профилактик сарала илленән ашыу автомобиль ҡатнашты. Маҡсат иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелде. Планлаштырылғанса, машиналар ярҙамында "Айыҡ ауыл" тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Сара барышында водителдәр һәм пассажирҙар "Байназар" тип тә яҙырға тәҡдим итте һәм быны ла тормошҡа ашырҙы. Урындағы хакимиәт башлығы автоһәүәҫкәрҙәрҙе автомобилистар көнө менән ҡотланы, әүҙем ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе", - тип хәбәр ителә Байназар ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөндә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас