Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2023, 07:58

Бөгөн Рәшит Назаровтың тыуыуына 89 йыл

Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шиғриәт бәйгеһе иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе, билдәле шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 79 йыл. Күренекле әҙәбиәт белгестәре Р. Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙәр йылға бер генә тыуа торған шағир тип билдәләй. Уның шиғырҙарына хор йырҙары циклы, кантаталар, бик күп йырҙар ижад ителгән.

Киләһе йыл республика йәмәғәтселеге Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы ҙурлап билдәләйәсәк. Шул иҫәптән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Ауырғазы районы хакимиәте юбилей йылында Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс ойоштора.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн сифатлы итеп төшөрөлгән видеокомпозицияларҙы «Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәлә ҡуйырға, унан һылтанманы world@kurultai.ru почтаһына, йә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Мәктәпкәсә йәштәге, мәктәп йәшендәге һәм өлкән йәштәгеләр араһында өс еңеүсе билдәләнәсәк. Тағы ла бер еңеүсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә тауыш биреү ярҙамында асыҡланасаҡ.

Конкурстың маҡсаты – балаларҙа һәм өлкәндәрҙә нәфис әҙәбиәткә һөйөү уятыу, тасуири шиғыр һөйләргә, сығыш яһарға өйрәтеү, Рәшит Назаровтың ижады менән таныштырыу. Еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы 2024 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөнө арналған тантаналы сара сиктәрендә уҙасаҡ.

Автор:Инсаф Хужабирганов