Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2023, 14:53

«Ялыуҙар күп»

Радий Хәбиров район башлыҡтарына фатирҙарҙы йылытыуға бәйле ялыуҙарҙы тикшерергә ҡушты.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ялыуҙар күп»«Ялыуҙар күп»
«Ялыуҙар күп»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет етәкселәренә йылытыу мәсьәләләре буйынса ялыуҙарҙы тикшерергә ҡушты. Бынан алда республиканың дүрт районында һәм Өфөлә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышында етешһеҙлектәр теркәлгәйне.

«Өфөлә, айырыуса Калинин районында йылытыуға бәйле ялыуҙар күп, тип хәбәр итә миңә Республикаға идара итеү үҙәге. Был хәлгә нөктә ҡуйығыҙ, Алан Викторович (Марзаев, Башҡортостандың вице-премьеры), эштең ниҙә икәнлеген асыҡлағыҙ. Һәр башлыҡҡа әйтәм, сөнки тышта һалҡын», — тине Хәбиров.
 
Автор:Инсаф Хужабирганов