

Сара һәр ваҡыттағыса күтәренке рухта үтте. Командалар бик оҫта итеп үҙ имиджын яҡтыртты, алдынғы эш тәжрибәһен презентацияланы, телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләне.
Береһенән-береһе сағыу сығыштар араһынан иң-иңде билдәләү еңелдән булманы.
"Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында Туймазы районы командаһы еңде.
Өсөнсө урынды Октябрьский ҡалаһы һәм Баҡалы районы командалары бүлеште.
Икенсе урынды Илеш районы командаһы алды.
Беренсе урынды Бәләбәй районы командаһы яуланы.
Бәләбәй районы командаһы Башҡорт теле көнөндә финал уйынында ҡатнашасаҡ. Киләһе уйын Ейәнсура районында үтәсәк
Фото: Т. АМАНОВ.