

Тик бөгөн Өлфәт Мостафин үҙе лә, әсәһе лә был яҡты донъяла юҡ. Өфө ҡалаһы мэры өс йыл элек ошо көндә мәрхүм булғайны. Былтыр 12 июлдә 91-се йәшендә уның әсәһе Миләүшә инәй ҙә китеп барҙы.
Радий Хәбиров бөгөн Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында, Мостафиндарҙың йорто алдында төшкән фотоһы менән уртаҡлашты.
«Юғалтыу яраһы бер аҙ баҫылған кеүек. Һәм беҙ яҡшы, эшлекле Кеше, Башҡортостандың һәм Өфөнөң патриоты хаҡындағы матур хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Өлфәт Мансур улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Ә ошо эскәмйәлә беҙ Өлфәт Мансур улы менән ултыра торғайныҡ. Әсәһе Миләүшә апай оҙатып ҡала ине. Хәҙер ул да юҡ инде. Ә ишек алдындағы беҙҙең эскәмйәләр бик күп хәтирәләр һаҡлай. Был беҙҙең атай-әсәйҙәр, кесе Ватаныбыҙ» - тип яҙған республика етәксеһе.