

- Бөгөн республикабыҙҙа 8 полилингваль мәктәп бар. Уларҙа 8 мең 500 бала уҡый. Теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Республика буйынса беҙҙең полилигваль мәктәптәр – Башҡортостандың мәғариф флагманы. Был хәрәкәтте 2019 йылда башлағайныҡ. Баштан уҡ беҙ был мәктәптәрҙең телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү менән генә сикләнмәүе хаҡында һөйләшеп килешкәйнек. Бөтәһендә лә бөтә дисциплиналар буйынса, өҫтәмә программаға, уҡыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтенә етди талаптар ҡуйыла. Биналар һәм уларҙың йыһаздары ла үҙенсәлекле булырға тейеш. Бөтә полилингваль мәктәптәр йә яңы, йә реконструкциянан һәм капиталь ремонттан һуң. Әммә өлгәшелгән уңыштар менән туҡтап ҡалырға ярамай. Хәҙер беҙгә ҡайһы яҡлап үҫешергә кәрәклеге хаҡында уйларға кәрәк. Беҙ коллегаларыбыҙҙың иң яҡшы тәжрибәһен үҙләштерергә һәм үҙ тәжрибәбеҙҙе башҡалар менән уртаҡлашырға әҙербеҙ, – тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.