

Ошо көндәрҙә йырсы Фирдүс Тямаев махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына күрһәткән ярҙамы өсөн Волга буйы федераль округы Милли гвардия ғәскәрҙәренең 26-сы айырым махсус тәғәйенләнештәге отрядының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
– Көтөлмәгән бүләк булды ул. Өфөлә концерттар ваҡытына туры килде. Кис Ҡазанға ҡайттым да, бүләкте алғас, кире концертҡа киттем. Бик ҙурланылар. Рәхмәт хаты барыбер иғтибар бит. Ул бүләкте бирмәһәләр ҙә ярҙам итеүҙән туҡтамаясаҡмын. Ордендар алыу өсөн тырышмайым. Егеттәргә ярҙам бик кәрәк, - тип һөйләгән журналистарға артист.