

Форумдың төп темаһы мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәренә һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн берҙәм белем биреү киңлеген булдырыуға арнала. Сарала 600-ҙән ашыу хеҙмәткәр – фән, мәғариф белгестәре, муниципаль мәғариф идаралығы органдары етәкселәре, мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре, педагогтар, тәрбиәселәр ҡатнашасаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.