

Рәсәйҙә торлаҡ йорттарҙа тауыш сығарыуҙы тыйыуҙың берҙәм ваҡытын билдәләргә теләйҙәр.
Төҙөлөш эштәре эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем рөхсәт ителә, көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем мотлаҡ тәнәфес яһала.
Унан һуң киске 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем һәр тауыш тыйыла.
Тынлыҡты боҙған өсөн 500-ҙән 5000 һумға тиклем штраф индереү күҙаллана. Юридик шәхестәр өсөн штрафтар бер нисә тапҡырға күберәк буласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.