Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября 2023, 17:30

«Башҡорт шәле» тигән мөғжизә

Бөгөн Өфөлә шәл байрамы үтте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡорт шәле» тигән мөғжизә«Башҡорт шәле» тигән мөғжизә
«Башҡорт шәле» тигән мөғжизә

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: йолаларҙы тергеҙеп" тип исемләнгән конференция үтте.

Сарала Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты, улар оҫталыҡ дәрестәре һәм шәл күргәҙмәһе ойошторҙо. Сара һуңында ҡунаҡтарға шәл һәм башҡа бәйләнгән әйберҙәр һатып алыу мөмкинлеге бирелде. Ейәнсура районының Элмәле ауылынан Зөлфиә Марҡабаева башҡорт шәле үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне:

— Беҙ тоҡомло, матур дебетле кәзәләр үрсетәбеҙ. Уның йөнөнөң сифаты бәрәс сағынан беленеп тора. Ҡабарып торған Ейәнсура шәленең сере шул. Беҙ мамыҡ, дебет һәм һуғылған шәлдәр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр алып килдек. Шәлдәрҙең ҙурҙары, бәләкәйҙәре бар, төрлө биҙәклеләре бар. Иң ҙуры 8 мең һум тора. Халыҡ ҡыуанып һатып ала, тауарыбыҙ үтә, тип беҙ шатланабыҙ, — тип һөйләне оҫта.

Автор:Инсаф Хужабирганов