Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2023, 07:40

Тиҙ әҙерләнә торған пицца

Өйҙә эш күп булып, бик тә өлгөрә алмаһағыҙ, яҡындарығыҙҙы еңел генә әҙерләнә торған пицца менән һыйлай алаһығыҙ. Нисек әҙерләнгәнен сайтта уҡығыҙ һәм видеонан ҡарағыҙ.  

Бының өсөн:

икмәк, шампиньон, бер нисә помидор, ит йәки колбаса, соус (кетчуп һәм майонездан эшләнә), сыр алына.

Әҙерләү:

  1. Икмәкте икегә бүләбеҙ. Һәр яртыһына соус һылайбыҙ.
  2. Уның өҫтөнә алдан туралған бәшмәк, ит, помидор һалабыҙ.
  3. Унан ҡырылған сыр һибәбеҙ.
  4. 180° градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 15-17 минут бешерәбеҙ.

Тәмле  булһын!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас