Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2023, 09:00

Ағас олонон аҡлау файҙалымы?

Алмағас олоно аҡлау тураһында баҡсасыларҙа төрлө ҡараш йөрөй. Береһе ағас олонон көҙ ағарта, икенсеһе яҙ ағарта, ә ҡайһы берәүҙәр ағартыуҙы кәрәк тип тапмай. Шулай ҙа ағас олонон ағартыуҙың кәрәге бармы?

Ағас олонон аҡлау файҙалымы?Ағас олонон аҡлау файҙалымы?
Ағас олонон аҡлау файҙалымы?

Әгәр ҙә был ысул ағас олоно яҙ ҡояш көйҙөрөүҙән, ҡыш сысҡандар кимереүҙән ышаныслы һаҡлаһа, уны практикала файҙаланыу урынлы. Әле башҡа саралар юҡ. Шулай ҙа ғилми тикшеренеүҙәр, күп йыллыҡ тәжрибә йәш ағастарҙы ағартыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк тигән фекерҙе раҫлай. Аҡланған, бигерәк тә елем, казеин ҡушып ағартылған алмағастар яй үҫә. Ағартыу шыйыҡсалары ағас ҡайыры күҙәнәктәренән ҡаплай, һауа алмашыныуҙы тотҡарлай.

Ҡайһы бер  тәжрибәһеҙ баҡсасылар, ағас ҡайырын сысҡандарҙан һаҡлайым тип, төрлө химик матдәләр ҡушып ағарта. Ярамаған химикаттар ағас ҡайырына төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә.

 

«Уңһын еләк-емешең» китабынан әҙерләнде.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас