Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2023, 07:12

Башҡортостан предприятиеһы «Йыл Экспортеры» федераль конкурсында 3-сө урын яуланы

«Рәсәйҙә Эшләнгән» форумында «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан делегацияһы «Йыл экспортеры» конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында  ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан предприятиеһы «Йыл Экспортеры» федераль конкурсында 3-сө урын яуланыБашҡортостан предприятиеһы «Йыл Экспортеры» федераль конкурсында 3-сө урын яуланы
Башҡортостан предприятиеһы «Йыл Экспортеры» федераль конкурсында 3-сө урын яуланы

Федераль этапта Башҡортостан республикаһы исеменән ағас материалдарын экспортлаусы «Ураллесэкспорт» компанияһы сығыш яһаны. Компания конкурстың өс лидеры иҫәбенә инде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова