Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Мостафа ауылы егете һөйгән йәренә тәҡдим яһаған. Был тулҡынландырғыс мәлде туғандары һәм яҡындары видеоға төшөрөп мәңгеләштергән. Ә буласаҡ кәләш күҙ йәштәре аша: «Эйе!» - тип ризалыҡ биргән.
Илгиз Байморатов Доставалов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итә.
Йәштәргә бәхет, именлек һәм оҙаҡ йылдар бергә матур итеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!