Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября 2023, 06:50

Андрей Назаров вуз-ара кампус төҙөлөшө барышын тикшерҙе

БР  Хөкүмәте Премьер-министры профилле ведомстволар етәкселәре, архитекторҙар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән бергә аҙна һайын объектты урап, төҙөлөш эштәренең барышын баһаланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Андрей Назаров вуз-ара кампус төҙөлөшө барышын тикшерҙеАндрей Назаров вуз-ара кампус төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров вуз-ара кампус төҙөлөшө барышын тикшерҙе

 Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының тышҡы ҡиәфәте һуңғы һыҙаттарға эйә булды. Андрей Назаров бинаның тышҡы яғының биҙәлеше буйынса тәҡдимдәр бирҙе. Биҙәлеш элементтары һәм төҫө кампус башняһы менән генә түгел, ә тирә-яҡ ҡоролмалар, республиканың баш ҡалаһы архитектураһы менән дә гармонияла булырға тейеш. Уның етәкселегендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кампустың төрлө биналарын урап үтте.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова