Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2023, 10:31

Район-ҡалалар буйлап "Ярҙам поездары" йөрөйәсәк

Башҡортостандың алыҫ райондарында урынлашҡан «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ҡарамағындағы кешеләр йәшәү урыны буйынса ярҙам алырға мөмкин — фондтың төбәк филиалы махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә «Ярҙам поездары» ебәрәсәк.

Район-ҡалалар буйлап "Ярҙам поездары" йөрөйәсәкРайон-ҡалалар буйлап "Ярҙам поездары" йөрөйәсәк
Район-ҡалалар буйлап "Ярҙам поездары" йөрөйәсәк

Улар кәрәкле медицина һәм психологик ярҙам, юристан, нотариустан һәм банк хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға мөмкин. 📍Тәүге поезд Күмертау ҡалаһына бара. Датаһы – 2023 йылдың 20 октябре. Консультациялар үткәреү ваҡыты — сәғәт 10.00-дан 15.00 сәғәткә тиклем. Осрашыу урыны — Балалар ижады үҙәге (Искужин урамы, 2). Артабанғы график «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының рәсми битендә урынлаштырыласаҡ. +7 (347) 268-01-02 телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә мөмкин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас