

– Бер улым – медик, икенсеһе махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй . «Әсәй, беҙҙең өсөн генә йәшәмә, башҡаларға ла ярҙам ит. Күп бала әсәһе итеп кенә түгел, үҙеңде йәмғиәтебеҙгә файҙалы кеше итеп тә белһендәр», – тигәйне уландарым. Йәмәғәт эшенә тотоноуым шулай башланды. Әле райондаштарыма, республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына ярҙам итеүҙән оло кинәнес табам.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эргәһендә булдырылған комитет махсус хәрби операцияла ирҙәре, улдары булған республика ҡатын-ҡыҙҙарын, әсәйҙәрҙе берләштерә. Беҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә. Беҙ уларҙың ғаиләләренә психологик, юридик ярҙам күрһәтәбеҙ. Һәр ваҡыт улар менән бәйләнештә булып, ҡайғы- шатлығын уртаҡлашабыҙ, ниндәйҙер мәсьәләләр килеп тыуғанда бергәләп хәл итеү юлын эҙләйбеҙ.
Гөлнур Ҡолһарина етәкләгән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды менән әүҙем бәйләнеш булдырыуыбыҙ ярҙам күрһәтеүгә киң мөмкинлек аса. Бергә, берҙәм булғанға күп мәсьәләләр ыңғай хәл ителә. Беҙҙең комитетҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – һуғышта улын, ирен юғалтҡан әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ғаиләләр. Улар яугирҙарға түләүҙәр, наградалар алыу, шифахана-курортта дауаланыу буйынса ярҙам һорай.
Әлбиттә, беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашып, инвалид булған ир-егеттәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ, уларға тейешле реабилитация үтергә ярҙам итәбеҙ. Яугирҙарҙың ата-әсәһенә лә медицина ярҙамы алырға, көндәлек тормоштағы мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәбеҙ.
Ябай халыҡтың төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышып тороуы иғтибарға лайыҡ. Махсус хәрби операцияла башын һалғандарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн футбол ярыштары, ат сабыштары ойошторола. Бындай сараларҙа беҙ ҙә ҡатнашып, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ.
Әлбиттә, әсәйҙәр өсөн ғәзиз улын юғалтыуҙан да оло ҡайғы юҡ. Күптәр үҙ-үҙенә урын таба алмай, юғалып ҡала. Улар йылы һүҙгә айырыуса мохтаж. Тап ошондай әсәйҙәр өсөн ватсапта чат булдырҙыҡ. Бында улар бер-береһе менән аралашып, күңелен йыуата, улдары хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлешә ала. Улы менән бергә булған яуҙаштарының әсәләрен табып, таныша, аралаша. Бына шулай бер-береһенә терәк-таяныс булып, ауырлыҡтарға бирешергә юл ҡуймай, әсәйҙәр күңел төшөнкөлөгөнән сыға. Унан үҙҙәре улдарының хыялын тормошҡа ашыра башлай: кемеһелер патриотик клуб асып, балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе бирә. Күптәре махсус хәрби операцияға гуманитар йөк йыйыуҙа үҙ өлөшөн әүҙем индерә, маскировка селтәре үреп, шәмдәр эшләп, изге эштәре менән күңелен йыуата. Әсәйҙәр һуғышта башын һалған улдарына ҡөрьән аштары үткәрә.
Әлегеләй берҙәм, бергә булғанда ғына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ. Донъялар тыныс, имен булһын, махсус хәрби операция тиҙерәк бөтөп, яугирҙарыбыҙға ҡәҙерлеләре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, – ти Резида Зәкәриә ҡыҙы.
Фото: Т. АМАНОВ.