

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, әлеге сәфәрҙәр «Амкодор-Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иген киптереү комплекстары етештереү заводына барыуҙан башланған, унда етештереү комплексын асыу тантанаһы үткән. Производство комплексы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – 9 айҙа төҙөлә. Ул 24 мең квадрат метр самаһы майҙанды биләй, 500 эш урыны бар. Завод йылына 40-ҡа тиклем иген таҙартыу-киптереү комплексы сығарасаҡ. Тәүге заказдар килгән дә инде.
Эш сәфәренә ярашлы, «Амкодор-Алға» махсус техника етештереү буйынса яңы заводҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһы ла үтте. Бында гусеницалы һәм тәгәрмәсле экскаваторҙар, автогрейдерҙар, гусеницалы бульдозерҙар етештереләсәк. Яңы завод проектына инвестициялар күләме яҡынса 8 миллиард һумға баһалана. Меңгә яҡын эш урыны булдырыу планлаштырыла. Яңы предприятие төҙөлөшөн киләһе йылда тамамлау күҙаллана.
Фото: Т. АМАНОВ.