Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2023, 11:10

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары күбәйә

Республикабыҙҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эш  дауам итә.

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары күбәйәМХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары күбәйә
МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары күбәйә

Республиканың вице-премьеры Лира Иғтисамова Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 37 ярҙам сараһы ҡаралған, быйыл исемлек тағы бер нисә ярҙам сараһы менән тулыланған.

– Ауыл биләмәләрендә йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр биреү планлаштырыла. «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына тейешле үҙгәрештәр индерелә.

Бынан тыш, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары физкультура-спорт ойошмаларына тәү сиратта яҙыла ала, йәшәү урынына яҡын балалар баҡсаларына күсереүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡ ала. Әлеге ваҡытта 351 бала күсерелгән, – тип белдерҙе ул.

Шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәҙәниәт учреждениелары сараларына ташламалы йөрөү хоҡуғына эйә. Бөгөнгө көнгә бындай сараларға 3 мең кеше йәлеп ителгән.

Лира Иғтисамова Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булғандарға йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәсәй Федерацияһы ордендары менән бүләкләнгән махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр һәм бушлай ер участкалары биреү тураһында закон проекты әҙерләнеүен дә белдерҙе.

– Эш дауам итә. Әммә беҙгә хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә тулы социаль-медицина реабилитацияһын үтергә, кәрәк булғанда уларҙы реабилитация саралары менән тәьмин итергә, уларға эшкә урынлашырға ярҙам итеү өсөн күп нәмә эшләргә кәрәк әле, – тине ул һүҙ аҙағында.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас