Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2023, 10:10

Яуаплы эшкә тотонорға уйлағанда

Бик яуаплы эшкә тотонорға уйлайһың. Тик күңелеңдә нимәлер тынғылыҡ бирмәй. "Эшем килеп сыҡмай ҡуйһа?" - тип борсолаһың. Берәү ҙә төплө генә кәңәш бирмәй. Нимә эшләргә һуң?

Яуаплы эшкә тотонорға уйлағандаЯуаплы эшкә тотонорға уйлағанда
Яуаплы эшкә тотонорға уйлағанда

Бындай ваҡытта Аллаһы Тәғәлә ярҙамына таян. Ике рәҡәғәт Истихара намаҙын уҡы.

1. Тәһәрәтләнеп, ғәҙәттәгесә, ике рәҡәғәт намаҙ уҡырға. Беренсе рәҡәғәттә - "Фатиха", "Кәфирун", икенсе рәҡәғәттә - "Фатиха", "Ихлас".

Жәбир ибн Габдуллаһ (радыаллаһу ғәнһү): "Бәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә Ҡөръән сүрәләрен өйрәткән кеүек, һәр эшебеҙҙең хәйерле булыуын һорарға өйрәтте», — тине.

2.«Әгәр берегеҙ берәй эш эшләргә йыйынһа, ике рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыһын да, түбәндәге доғаны уҡыһын: «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыым, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләм, үә әйтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмр хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмри ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәҡдүрһү лии ҫүммә бәәрик лии фиһ, үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмра шәрруи лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәсрифһү ғәнни үәсрифни ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммә әрдынии биһ». «Эй Аллаһ, мин һинән ғилемең менән хәйерлелек һорайым. Мин һинең ҡөҙрәтеңә мохтажмын һәм һинең бөйөк мәрхәмәтлегеңдән һорайым, дөрөҫлөктә, Һинен ҡөҙрәтең етә, ә минеке етмәй, Һин беләһең һәм мин белмәйем, Һин — йәшеренде Белеүсеһең. Эй Аллаһ, әгәр был эш миңә хәйерле икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта уны миңә насип ит һәм еңеләйт, шул эшемдә бәрәкәт бир. Әгәр ул эш миңә насар икән, минең динемдә, тормошомда, эшемдең һөҙөмтәһендә йәки хәҙерге ваҡытта, ул эште минән йыраҡлаштыр, мине лә ул эштән йыраҡлаштыр. Ҡайҙа ғына булһам да, миңә хәйерле нәмә насип ит һәм шуның менән мине риза ит».

 

 

Фото:Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас