Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 17:30

Этте һыйпау ҙа файҙалы

Ғалимдар белдереүенсә, эттәрҙе һыйпау кешенең иммунитетын нығытырға ярҙам итә. 

Этте һыйпау ҙа файҙалыЭтте һыйпау ҙа файҙалы
Этте һыйпау ҙа файҙалы

Баҡһаң, улар менән ҡыҫҡа ғына дуҫтарса аралашыу ҙа һаулыҡ өсөн файҙалы икән. Бындай мәғлүмәтте Вирджини берҙәмлек университетына һылтанып, Милли йәмәғәт радиоһы килтерә. Тикшеренеүселәр эттәр менән ҡыҫҡа ваҡыт аралашыу кеше организм торошона ыңғай тәьҫир итә тигән һығымтаға килгән. «Беҙ бәхет гормонына оҡшаш окситоцин кимәленең күтәрелеүҙе күҙәтәбеҙ. Был ике яҡлы процесс: эттәрҙең окситоцин кимәле лә арта», - тип билдәләй психиатрия профессоры һәм Вирджиния университетында Кеше һәм хайуандарҙың үҙ-ара эш итеү үҙәге директоры Нэнси Джи. Кеше организмында окситоцин кимәлен күтәреү иммунитетты, нервы системаһын нығытырға ярҙам итә. Кәйефең шәп һәм сәләмәт булыуы өсөн сит эттәрҙе лә һыйпарға мөмкин.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас