

Бер хәҙисендә: «Рөхсәт ителгән ғәмәлдәрҙән Аллаһы Тәғәләнең иң яратмағаны – айырылышыу», – тигән.
Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре хаҡында әйткәндә, Аллаһы Тәғәлә ҡауыштырған икән, шулай кәрәк булған, ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Һәр ваҡыт ошо доғаны уҡыу ғаиләгеҙҙе нығытырға ярҙам итер:
«Аллаһуммә әллиф бәйнә кулюбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илян-нур, вә жәнибнәл-фәвәхишә мәә зәхәра минһә вәмә бәтәнә».
«Йә, Раббым! Беҙҙең араларыбыҙҙы яҡынайт, мөнәсәбәттәребеҙҙе нығыт. Барыбыҙҙы ла тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Беҙҙе асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла».
Фото: Т. АМАНОВ.