

«Тәлғәт хәҙрәт — беҙҙең, тотош Рәсәй һәм сит илдәр өсөн рухи лидер, аҡыллы остаз, ысын илһөйәр һәм абруйлы шәхес. Ярты быуатҡа яҡын Юғары мөфтөй илдең мосолман өммәтен берләштереүгә, дин-ара һәм дәүләт-конфессия хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Мәғлүм булыуынса Башҡортостан — Рәсәйҙәге исламдың танылған тарихи һәм заманса үҙәге, тине Радий Хәбиров. Тәлғәт Тажетдин етәкселегендәге Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты 22 төбәк диниә назаратын һәм ике меңдән ашыу мосолман ойошмаһын берләштерә. Ислам традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итә, йәштәргә әхлаҡи йүнәлеш бирә, ғаилә ҡиммәттәрен нығыта, илһөйәрлек тәрбиәләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тырышлығы менән бик күп төбәктәрҙә йөҙҙәрсә мәсет төҙөлдө. Өфөлә Рәсәй ислам университеты булдырылды, былтыр Тәлғәт Тажетдин менән бергә уның яңы заманса корпустарын асыу тантанаһы уҙҙы.
«Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт, ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайым! Барыбыҙ ҙа һеҙҙе кешелекле, тыныслыҡ урынлаштырыусы, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә кеше, шәп оратор, ислам диненә өндәүсе тип беләбеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем!» — тип белдерҙе республика Башлығы.