

Был хаҡта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының рәсми төркөмөндә хәбәр итәләр:
«Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырҙы.
Коллегабыҙ Илгиз Әбдрәшитов та юғары наградаға лайыҡ булды. Илгиз Риза улын «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исемен алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Ижади уңыштар һәр саҡ юлдаш булһын!»
Ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!
Фото: "Йүкә телефон".