Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октября 2023, 07:36

Ҡартлыҡ...

Ни мәрхәмәт беҙгә тәбиғәттән:Олоғаябыҙ яйлап-яйлап ҡына...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡартлыҡ...Ҡартлыҡ...
Ҡартлыҡ...

ҠАРТЛЫҠ

 Ни мәрхәмәт беҙгә тәбиғәттән:
Олоғаябыҙ яйлап-яйлап ҡына,
Тамғаларын һала Хаҡ тәғәлә
Берәмтекләп, һайлап-һайлап ҡына.
Толомдарҙың ҡуңыр тулҡынына
Уҡа булып сал сәс юлаҡлаған,
Һиҙҙермәйсә генә сырайҙарға
Ни арала һырҙар ҡунаҡлаған.
Күҙ өйрәнеп кенә олоғаябыҙ,
Тел әйләнмәй "ҡартлыҡ" тигән һүҙгә,
Ә һикерәм тиһәң - билдән ала,
Йүгерәйем тиһәң, теҙгә бөгә.
Үтмәҫләнә бара күҙ ҡоросо,
Дәңгелдәккә ҡала былбыл телдәр,
Ярай әле кинәт ҡартаймайбыҙ,
Ҡотто алыр ине күргән хәлдәр.
Ә былайға -һәүетемсә генә
Һиҙҙермәйсә йылдар һырҙар һала.
Бүләк бит ул ҡартлыҡ!
Ҡәҙерен бел!
Күпмеләргә ҡартлыҡ килмәй ҡала...
© Гүзәл Ситдиҡова

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов