Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октября 2023, 07:00

Режиссер әҫәр менән осраҡлы рәүештә танышҡан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 104-се ижад миҙгелен асыуға һәм «Килен» спектакленең премьераһына арналған матбуғат конференцияһы  үтте. Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов, премьера спектакленең ҡуйыусы режиссеры Фирғәт Ғарипов һәм повесть авторы Заһиҙә Мусина ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Режиссер әҫәр менән осраҡлы рәүештә танышҡанРежиссер әҫәр менән осраҡлы рәүештә танышҡан
Режиссер әҫәр менән осраҡлы рәүештә танышҡан

Улар киләһе миҙгел ваҡиғалары һәм премьера тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Ижад миҙгеле рәсми рәүештә бөгөн яңы тамаша менән асылһа ла, театрҙың ҡыҙыу эш мәле күптән башланды инде. Артистар йәйге ялдарҙан сығыу менән премьераға әҙерләнергә тотондо, паралель рәүештә театр репертуарындағы спектаклдәр ҡуйыла башланы.

Сентябрҙә труппа шулай уҡ "Ҙур гастролдәр" федераль программа буйынса Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында булып ҡайтты, Саранск ҡалаһында үткән "Театраль көҙ" Милли театр фестивалендә ҡатнашты.

Ижад миҙгеленең тәүге премьераһын театраль дебют, тип атарға була. Автор Заһиҙә Мусинаның тәүге әҫәре сәхнәгә сыға, композитор Шәүрә Сәғитова үҙен тәүге тапҡыр спектакль биҙәлешендә һынап ҡарай, рәссам Алина Нуриманованың да Санкт-Питербург ҡалаһында юғары белем алғандан һуң, республикаоағы тәүге эше, режиссер Фирғәт Ғарипов та үҙ ижадында тәүге тапҡыр проза жанрына мөрәжәғәт иткән.  Режиссер әҫәр менән осраҡлы рәүештә танышҡан. Тема һәм һүрәтләү үҙенсәлеге шунда уҡ уны ҡыҙыҡһындырған. Һәм уны сәхнәгә сығарыу теләге барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, повесты сәхнәгә сығарыу өсөн байтаҡ үҙгәрештәр индерергә тура килгән. Был йәһәттән инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаеваның ярҙамы ҙур булды, тип баһалай автор. Билет алып өлгөргән тәүге тамашасылар драманы бөгөн үк ҡарай ала.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшаһманов шулай уҡ Яңы йылға тиклемге буласаҡ башҡа премьералар тураһынлда ла һөйләп үтте. Ул үҙе күптән ниәтләгән әҫәр - Башҡортостандың хплыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй"ҙе сәхнәләштереү буйынса эш башлаған. Ул ике спектаклдән торасаҡ, декабрь айында уның тәүге өлөшө ҡуйыла. Яңы йыл тамашаһы ҡуйыу өсөн режиссер Айҙар Зарипов саҡырылған. Ул балалар өсөн "Юғалған ваҡыт тураһында әкиәт"те сығарасаҡ.

Әйткәндәй, премьеранан һуң, иртәгә үк академтеатр труппаһының бер төрөм артистары Венгрияла үтәсәк Театр олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн юлға сығасаҡ. Улар "Джут" спектакле менән республиканың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең данын яҡлаясаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова