

Уны кәм тигәндә ике-өс кеше күтәреп йөрөтә ала. Бер ваҡыт иртән бергәләп уҡыған намаҙҙан һуң ризыҡ тулы был һауытты кешеләр эргәһенә алып киләләр. Ашарға кешеләр йыйыла. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә табаҡ алдына килеп теҙләнә. Бәҙәүи ғәрәптәрҙән берәү шунда: «Ә ниңә һин шулай ултырҙың?» – тип һорай. «Аллаһ мине тиҫкәре бер залим итеп түгел, игелекле ҡоло, илсеһе итте!» – ти пәйғәмбәр, аш алдында кеселекле булырға тейешлекте аңлатып. Нәсихәтен дауам итеп, ул ризыҡты ла уртанан түгел, ә ситтән ашай башларға кәңәш бирҙе. «Бәрәкәт уның уртаһында була», – тине.
Һыу эскән ваҡытта ла ул һыуҙы бүлеп-бүлеп, тын ала-ала ашыҡмай ғына эсә торған булған. «Дөйәгә оҡшап һыуҙы бер юлы эсеп бөтөрмәгеҙ, ике йәки өс өлөшкә бүлеп-бүлеп эсегеҙ, эсә башлағанда «бисмиллә» әйтегеҙ, эсеп бөткәс, «Әлхәмдү лилләһ!» – тип Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәре әйтегеҙ», – тигән ул.
Әбү Ҡатада риүәйәт итеп ҡалдырған хәҙистә пәйғәмбәрҙең, ғәләйһиссәләм, һауытҡа өрөүҙән тыйыуы тураһында ла әйтелә. Турһыҡ ауыҙынан эсеүҙе лә тыя ул. Әҙәпһеҙлек, ти.
Фото: Т. АМАНОВ.