

Сулпыларын сылтырлатып ҡына
Ғорур атлап килә талпынып.
Мөлдөрәмә моңдан ҡараштары —
Эй һөйкөмлө башҡорт ҡатыны!
Туңдырмаһын, тиеп, балаларҙың
Ыуыҙ йәнен заман һалҡыны,
Ҡара таңдан тороп усаҡ яға, —
Эй иманлы башҡорт ҡатыны!
Тел, ғилем, тип яна йөрәгендә
Рухи шәмдәлдәре халҡының.
Илебеҙҙе йәшәтер көс һиндә,
Эй арҙаҡлы башҡорт ҡатыны!
Тамара Искәндәриә.
Фотола Зөлмәрә Карабулатова — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театр актрисаһы.
ЮлайКәримов фотоһы.