

Башҡортостанға Абхазия Президенты Аслан Бжания килә. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 30 сентябрҙә Радий Хәбиров Абхазиялағы Еңеү һәм бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашҡан. Хәҙер абхаздар үҙҙәре республикабыҙға килергә ниәтләй.
«Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү маҡсатында Абхазияла Башҡортостандың Сауҙа йорто асыласаҡ. Быйыл Абхазия Президенты тағы бер тапҡыр беҙгә Республика көнөнә киләсәк», - тине Назаров.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә коллонада төҙөләсәге хаҡында хәбәр иткәйне. Ул башҡорт һәм абхаз халҡының дуҫлығын сағылдырасаҡ. Объект 2024 йылда, ике республиканың хеҙмәттәшлегенә 30 йыл тулған көндә асыласаҡ.