

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында урта һөнәри белем биреү системаһы педагогтарын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне.
– Урта һөнәри белем биреү системаһының әһәмиәте федераль һәм төбәк кимәлендә лә арта. Республикала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып барыла, яңы производстволар асыла, яңы эш урындары булдырыла, квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә һорау арта бара, - тип билдәләне Азамат Абдрахманов.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләүенсә, бөгөн республика колледждарында 106 меңдән ашыу студент белем ала, 8720 штатлы хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 5578 педагог, шуларҙың 538-е производствоға өйрәтеү оҫталары.
Сараға ярашлы, урта һөнәри белем биреү педагогтарын дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү, шулай уҡ байрам концерты уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2 октябрҙә Урта һөнәри белем көнө булдырылды.