Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2023, 10:11

Тәүге "Фәнни майҙан" - баш ҡала уҡыусылары өсөн

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүге "Фәнни майҙан" - баш ҡала уҡыусылары өсөнТәүге "Фәнни майҙан" - баш ҡала уҡыусылары өсөн
Тәүге "Фәнни майҙан" - баш ҡала уҡыусылары өсөн

Бөгөн  Өфөнөң Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында «Фәнни майҙан» күсмә комплекслы сараһы уҙа. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ҡатнашлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Фән һәм мәғариф йылы уңайынан ойошторҙо.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы БР мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалиә Сафиуллина сәләмләне. Сараға ярашлы, башҡорт гимназия һәм лицейҙарының VIII – XI класс уҡыусылары өсөн лекторий үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе,  Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры Сынтимер Баязитов модераторҙар булып сығыш яһаны.

Рәсми өлөштән һуң, Өфө ҡалаһы башҡорт гимназияларының һәм лицейҙарының VIII – XI класс уҡыусылары өсөн «Башҡортостан мәҙәниәте» тигән команда квиз-уйыны ойошторолдо. Уны  башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрҙе.

Шулай уҡ уҡыусылар шашка буйынса «Сатраш» интеллектуаль уйынында Рәсәй шашкасыһы, ете тапҡыр донъя чемпионы, БР Дәүләт Советы депутаты Тамара Танһыҡҡужина, Халыҡ-ара гроссмейстер Айнур Шәйбәков, шашка буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова менән ярышты.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

Автор:Юлай Кәримов