

– Бөгөн Абхазияла эшләйбеҙ. Был данлы һәм ғорур республика Еңеү көнө һәм бойондороҡһоҙлоҡтоң 30 йыллығын билдәләй. Ҡотлайым!
Беҙҙе күп нәмә бәйләй. 1992-1993 йылдарҙа Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Абхазияға ярҙам ҡулы һуҙҙы.1993 йылдың йәйендә Өфөлә Абхазияның Башҡортостандағы вәкиллеге асылды. Ә 1994 йылда беҙ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. 1993 йылда Абхазия Башҡортостан вуздарына уҡырға студенттарҙың ҙур төркөмөн ебәрә. Әле лә дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа Өфө медицина университеты дипломдары менән күп кенә абхаз табиптары эшләй. Беҙ Абхазияны башҡа йүнәлештәр буйынса ла белгестәр менән нығыттыҡ.
Артабан да Абхазия халҡын беҙҙең университеттарҙа уҡытырға, табиптар делегациялары менән алмашырға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берлектәге ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрергә, абхаз белгестәрен стажировкаға ҡабул итергә ниәтләйбеҙ.
Тиҙҙән Абхазияға «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» проектының тәүге ҡатнашыусылары киләсәк. Башҡортостан балаларының Абхазияла ял итеүе һәм сәләмәтләндереүе буйынса ҙур программа әҙерләйбеҙ.
Башҡортостандың менән Абхазияны бәйләүсе проекттарыбыҙ бик күп, – ти республика Башлығы.
Фото: Т. АМАНОВ.