

Уны «Башҡортостан республикаһының ирекмәндәр хәрәкәте Һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү республика үҙәге» дәүләт автономиялы учреждениеһы менән берлектә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо. Осрашыу ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы составына ҡушылыуының йыллығына арналған сараға ярашлы ойошторолдо. Яугирҙың тормошо хаҡында тыңларға ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыйылды. Килеүселәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.
Сара барышында яугир ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Донбасс һәм Новороссия халҡы тураһында һөйләне. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам өсөн республика халҡына айырым рәхмәт белдерҙе. Осрашыу бик йәнле үтте.
Фото: Т. АМАНОВ.