Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2023, 13:47

Өфөлә граждандар оборонаһы айлығы башлана

1 октябрҙән баш ҡалабыҙҙа граждандар оборонаһы айлығы башлана. Уға ярашлы,  тотош саралар комплексы үтәсәк.

Өфөлә граждандар оборонаһы айлығы башланаӨфөлә граждандар оборонаһы айлығы башлана
Өфөлә граждандар оборонаһы айлығы башлана

Ҡаланың предприятиеларында, ойошмаларында һәм йәшәүҙе тәьмин итеү объекттарында күнекмәләр үтәсәк, унда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә  граждандар оборонаһы һәм һаҡлау элементтары: авария-ҡотҡарыу , санитар эшкәртеү пункттары, радиация һәм химик күҙәтеү постары, йыйылма эвакуация пункттары йәйелдереләсәк. Халыҡ күп йөрөгән объекттарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм янғындарҙа кешеләрҙе эвакуациялау буйынса күнекмәләр үтәсәк.

4 октябрҙә ҡалала автоматлаштырылған иҫкәртеү системалары тикшереләсәк. Был көндө баш ҡаланың белем биреү учреждениеларында Рәсәй граждандар оборонаһы көнөнә арналған ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәре үтәсәк. Бынан тыш, ай дауамында Өфө уҡыусылары өсөн класс сәғәттәре үткәреләсәк, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу отрядында һәм Өфө ҡалаһының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә асыҡ ишектәр көндәре ойоштороласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас