Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2023, 08:22

ӨДНТУ вуз-ара кампуста икенсе ҡайнау нөктәһен аса

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендәге вуз-ара  кампусында ӨДНТУ икенсе «Ҡайнау нөктәһе»н аса. Был – коллектив эш өсөн урын, студенттарҙың төрлө профессиональ берләшмәләр, бизнес һәм власть органдары менән үҙ-ара эш итеүенең уникаль форматы, ул классик белем биреү процесының сиктәрен киңәйтергә һәм буласаҡ йәш белгестәрҙе төп белем биреү тректарын үҙләштереү этабында уҡ аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә индерергә мөмкинлек бирә.

ӨДНТУ вуз-ара кампуста икенсе ҡайнау нөктәһен асаӨДНТУ вуз-ара кампуста икенсе ҡайнау нөктәһен аса
ӨДНТУ вуз-ара кампуста икенсе ҡайнау нөктәһен аса

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә «Ҡайнау нөктәһе» – бергәләп эшләү өсөн физик арауыҡ йәки инфраструктура ғына түгел. Был тәү сиратта берләшмәләрҙе үҫтереү, дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү, дөйөм аралашыу һәм технологик үҫеш идеяларын һәм практикаларын таратыу өлкәһен булдырыу менән шөғөлләнгән кешеләр селтәре.

Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең «Ҡайнау нөктәһен» асырға теләгән командалар өсөн уҡытыу үтә. Ойошторолған ағым сиктәрендә курс программаһы эксперттар менән аҙна һайын вебинарҙар, өҫтәмә материалдар йыйылмалары, төрлө инструменттар шаблондары форматын күҙ уңында тота. Шулай уҡ ойоштороусылар өсөн «Ҡайнау Нөктәләре» селтәрен үҫтереү командаһы хеҙмәткәрҙәренән шәхси трекингтар планлаштырылған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас