

Быйыл ул бөйөк рус яҙыусыһының 232 йыллығына бағышлана. Тантаналы саралар Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй, Дәүләкән райондарында ойошторолдо. Иҫтәлекле көн уңайынан Дәүләкән ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы биләмәһендә һәйкәл асылды. Күркәм сараға Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Германиянан да ҡунаҡтар килде. Яҙыусы һәйкәленә сәскәләр һалынды, Аксаков класы уҡыусылары шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Фото: Т. АМАНОВ.