Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2023, 07:48

«Был беҙҙең тарихыбыҙ өсөн ҙур ваҡиға!»

Бөгөн – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө.

«Был беҙҙең тарихыбыҙ өсөн ҙур ваҡиға!»«Был беҙҙең тарихыбыҙ өсөн ҙур ваҡиға!»
«Был беҙҙең тарихыбыҙ өсөн ҙур ваҡиға!»

"30 сентябрҙә беҙ ДНР, ЛНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләре менән берләшеүҙең беренсе йыллығын билдәләйбеҙ. Был беҙҙең тарихыбыҙ өсөн ҙур ваҡиға! Бөгөн беҙҙең яугирҙар батальондар һәм полктар составында Донбасты нацизмдан батырҙарса яҡлай, суверенитет, рухи ҡиммәттәр, еңеү өсөн көрәшә.

 Башҡортостан табиптары һәм шәфҡәт туташтары йыйылма бригадалар составында тәүлек әйләнәһенә дауаханаларҙа һәм хәрби госпиталдәрҙә эшләй һәм урындағы халыҡҡа, хәрбиҙәргә һәм ирекмәндәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Башҡортостан, башҡа төбәк-шефтар кеүек үк, халыҡ республикаларына даими рәүештә гуманитар ярҙам күрһәтә һәм инфраструктураны, шул иҫәптән мәктәптәрҙе һәм юлдарҙы тергеҙеүҙә ярҙам итә.

Беҙ мәжбүри күскенселәрҙе лә ҡуш ҡуллап ҡабул иттек. Яңы төбәктәрҙә йәшәүселәргә ярҙам барыбыҙ өсөн дә мөһим. Рәсәйҙе берләштереү көнө беҙҙең халыҡ хәтеренең бер өлөшө буласаҡ, сөнки беҙҙең уртаҡ тамырҙарыбыҙ, тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ бар. Беҙ бергә, беҙҙең бер киләсәгебеҙ бар!» – тип яҙа БР Башлығы хакимиәте етәксеһе  Максим Забелин.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас