Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2023, 04:00

18 яугир Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында яугирҙарҙы һәм махсус хәрби операция ветерандарын Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Республика Башлығы исеменән дәүләт наградаларын фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Миҙалға МХО-ла  хәрби бурысын үтәү барышында батырлыҡ күрһәткән 18 яугир лайыҡ булды.

18 яугир Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде18 яугир Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
18 яугир Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

– Һеҙ  - ысын геройҙар, Ватанды һаҡлаусылар. Данлыҡлы Геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеү – быға тағы бер дәлил. «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды ветерандарыбыҙға, төрлө мәсьәләләр буйынса яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Һеҙҙе үҙебеҙҙең филиалда көтәбеҙ, ғаиләләрегеҙ менән килегеҙ, беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды алып барған эш хаҡында һөйләне, 4 ай эсендә Башҡортостандағы филиалға биш меңдән ашыу кешенең мөрәжәғәт итеүен билдәләне. Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары – ярҙам сараларын тәғәйенләү, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, юридик ярҙам, МХО-ла ҡатнашыуға бәйле аҡсалата түләүҙәр, медицина ярҙамы һәм башҡа мәсьәләләр. Бөтә мөрәжәғәттәрҙе фонд филиалы белгестәре һәм социаль координаторҙар күҙәтеүгә ала.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас