

Телекүпергә ярашлы, республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәге педагогы Динара Әхмәрова өҫтәмә белем биреү педагогтары көнөнә ҡотлау открыткаһы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар үҙҙәренең уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Өҫтәмә белем биреү өлкәһендә «Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының абсолют еңеүсеһе Татьяна Воробьева телекүперҙең ҡунағы булды. Уҡытыусылар һәм методистар балаларға өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.
Телекүпер йомғаҡтары буйынса Донецк республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы коллегаларынан республикала балаларға өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереүгә методик, консультация, мәғлүмәти оҙатыу буйынса төбәк өҫтәмә белем биреү методик үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында тәҡдим килде.
Фото: Т. АМАНОВ.