Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября 2023, 08:48

Атай, бөгөн һине төштә күрҙем

#Ҡыҙым, тиеп, миңә өндәштең...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай, бөгөн һине төштә күрҙемАтай, бөгөн һине төштә күрҙем
Атай, бөгөн һине төштә күрҙем

Атай, бөгөн һине төштә күрҙем,
Ҡыҙым, тиеп, миңә өндәштең.
Ғүмеремдә тәүге тапҡыр шул мәл,
Күҙҙәреңә ҡарап һөйләштем.

Ышанмайым, һинме был, түгелме,
Ҡулдарыңды ҡат-ҡат һыйпаным.
Көлә-көлә ниҙер һөйләһәң дә
Ә үҙең бит өнһөҙ һыҡтаның.

Әйткән инең: ныҡ бул әле ҡыҙым,
Бирешмә һин аҫау елдәргә.
Үпкәләмә, терәк була алмай
Инеп киттем ҡара гүрҙәргә.

Өндәшмәйем, тик һин генә һөйлә,
Ғүмер буйы һүҙең һаҡлармын.
Ташланырмын ажғыр бурандарға
Ҡулдарыңдың тотоп йылыһын...

Таңсулпан Рәсүл.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

 

 

Автор:Юлай Кәримов