Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября 2023, 11:40

Өлкәндәр өсөн башҡорт теле курсы башлана

Өфө ҡалаһының  21-се лицей нигеҙендә  өсөнсө йыл  башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн курстар асыла.

Өлкәндәр өсөн башҡорт теле курсы башланаӨлкәндәр өсөн башҡорт теле курсы башлана
Өлкәндәр өсөн башҡорт теле курсы башлана

Уны  тәжрибәле уҡытыусы, курс авторы һәм әҙерләүсеһе Ләлә Сафина үткәрә.

–  Телде яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн, әлбиттә, практика, тере аралашыу кәрәк. Шуға күрә беҙ был курста төркөмдә оффлайн дәрестәргә баҫым яһаныҡ. Һәр кимәл өсөн әңгәмәләр темаһы әҙерләнгән, уның барышында һәр кем диалогтарҙа һәм төркөм әңгәмәләрендә билдәле һүҙлек запасын файҙаланып, уны аралашыу барышында яңы һүҙҙәр менән тулыландырып, үҙенең оҫталығын үҫтерә ала, — ти Ләлә Хафиз ҡыҙы.
Башҡорт теле курсы 30 сентябрҙә башланасаҡ. Һәр шәмбе һайын телде өйрәнергә теләүселәрҙе көтөп ҡалалар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 89613573780 телефоны буйынса алырға мөмкин ( azamatova-74@mail.ru).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас