

– Камзулды тәңкәләр менән биҙәргә мөмкин, ул ваҡытта традицион күлдәк менән кейергә була. Тәңкә таҡмаһағыҙ, салбар менән дә рәхәтләнеп көндәлектә кейеп йөрөй алаһығыҙ, – ти ойоштороусы Азалиә Ғәниуллина.
Тәңкәбикә тигән матур исемде Фәнүзә апай Аллағолова тәҡдим иткән. Марафон 1 октябрҙән 30 октябргә тиклем барасаҡ. Унда ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, балалар камзулдары тегелеп, төрлөсә биҙәләсәк. Теләге булған кеше ике йәки өс номинацияла ҡатнаша ала. Марафон тамамланғас, еңеүселәр ҙә билдәләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте МИЛЛИ КЕЙЕМ БИҘӘКТӘРЕ (vk.com), шулай уҡ Азалия Ганиуллина (vk.com) һылтанмалары буйынса алырға мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.