

Күптән түгел Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат итеп һайланған Джефф Монсон спорт карьераһын тамамларға һәм хушлашыу алышы үткәрергә ниәтләй. Ул билдәле спортсы Олег Тактаров менән көс һынашасаҡ. Был хаҡта спортсының промоутеры Владимир Хрюнов хәбәр итә.
Ойоштороусылар алышты үткәреү урыны итеп Өфөнө һайлаған. Уларҙың һүҙҙәренсә, баш ҡалала үткән турнир төбәктә ҡатнаш көрәш спортын популяштарыуға булышлыҡ итәсәк. Спорт шоуы яҡынса ноябрь айында үтер тип көтөлә.